+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
21 Октября 2021, 07:10

Ҡылыҡтары нимә хаҡында һөйләй?

*Ҡайһы бер илдәрҙә бе­сәй­ҙәр пенсия алғанын һеҙ белмәйһегеҙҙер әле.

Ҡылыҡтары нимә хаҡында һөйләй?Ҡылыҡтары нимә хаҡында һөйләй?
Ҡылыҡтары нимә хаҡында һөйләй?

Әлбиттә, бөтәһенә лә эләкмәй бындай бәхет. Мәҫәлән, Австрияла иген келәттәрен һаҡлаусы бесәйҙәргә пенсия тәғәйенләнә. Әммә ул аҡса рәүешендә тү­гел, ә ит, һөт, һурпа һымаҡ аҙыҡтар менән «түләнә».
*Бесәйҙәр мыяулай икән, тимәк, һеҙҙең менән «һөйләшергә» теләйҙәр. Сөнки үҙҙәренең ҡәрҙәштәре менән улай аралашмай.
*Ҡойроҡтарын болғаһалар – мыраубайҙарҙың нин­дәй­­ҙер һайлау алдында тор­­­­ға­­­­нын белергә мөмкин. Әгәр улар ишек янына килеп, тышҡа сығырға теләһә, ә шул ваҡытта урамда ямғыр яуһа, нимә эшләргә белмәй, ҡойроҡтарын тағы ла шәберәк һелкетә башлайҙар. Бының менән үҙҙәренең эстәрендәге көрәште күрһәтәләр: сығыр­ғамы, юҡмы? Урамда йөрөгөһө лә килә, ләкин ямғырҙа һыуланырға ла теләмәй. Ниндәйҙер бер ҡарарға килеү менән ҡойроғо ла һелкенеү­ҙән туҡтай.
*Яратҡан бесәйҙәре үлһә, Мысыр халҡы ҡайғыларынан үҙҙәренең ҡаштарын ҡырған.
*Һәр бесәйҙең морононда, кешенең бармаҡ эҙҙәре кеүек, үҙенсәлекле һүрәт бар.
*Әгәр бесәй йорт йыһаздарына йәки кешенең аяҡтарына ышҡыла икән, ул үҙенең биләмәһен билдәләй, тигән һүҙ. Ирендәрендәге, телендә­ге һәм ҡойроғондағы махсус биҙҙәр ярҙамында белдерә уны. Әгәр эргәгеҙҙә торғанда бесәйҙең ҡойроғо ҡалтыраһа, бының менән һеҙгә булған мөнәсәбәтен, һөйөүен күр­һәтә.
*Үҙе тотҡан сысҡанды йыш ҡына алдығыҙға килтереп һалһа, тимәк, бүләк эш­ләй.
*Бесәйҙәрҙең ҡылыҡтары күп, барыһы ла өйрәнелеп тә бөтмәгән. Әммә шуныһы раҫ: кәйефегеҙ булмағанда йәки үҙегеҙҙе насар һиҙһәгеҙ, бесәйегеҙҙе һыйпау менән күңелегеҙ ҙә күтәрелер, хәлегеҙ ҙә арыуланыр. Быныһы бәхәс­һеҙ.

Фото: bugaga.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас