

Тирә-йүнгә һоҡланып бөткөһөҙ! Һәр кем йәй буйы үҫтергән уңышын йыя. Ҡышҡыһын рәхәтләнеп һыйланырға була. Беҙ ғаиләбеҙ менән картуфты, кишерҙе, һуғанды һәм сөгөлдөрҙө йыйып алдыҡ. Һыйырҙарҙы һәм һарыҡтарҙы эҙләп табып, кәртәгә бикләп ҡуйҙыҡ. Быйыл алма бигерәк ныҡ уңды. Баҡсаға инһәң, ергә ҡойолған була. Шуны йүгереп йыйып алам. Ашап та ебәрәм. Эргәмдә бәләкәй ҡустым да ярҙам итеп йөрөй. Ҡойма башында бесәй көҙгө ҡояштың һуңғы йылы нурҙарына ҡыҙына.
Күк йөҙө зәңгәр генә түгел, аҡһылыраҡ кеүек. Ҡояш та һүрән генә йылмая төҫлө. Шундай көҙгө матур көндә өйҙә генә ултырып сыҙаманым, иптәштәрем менән урманға киттек. Аяҡ аҫтында төрлө төҫтәге япраҡтар ята. Урманға килеп етһәк, алдыбыҙҙа ҡыҙыл ғына мышар ултыра. Көтмәгәндә ҡойоп тороп ямғыр яуа башланы. Күмәкләшеп йүгереп барып, матур ағастар аҫтына йәшендек. Ямғыр тымғас, тағы ла көҙгө гүзәллек донъяһына ашҡынабыҙ.
Уйламағанда алдыбыҙға терпе килеп сыҡты. Хатта уның сәнскеле энәләренә мышар һалып ебәрҙек. Ағастарға һоҡланып китеп барғанда тейенде лә күреп ҡалдыҡ. Ул ботаҡтан-ботаҡҡа ырғып, ниҙер эҙләп йөрөй ине. Күрәһең, ҡышҡа аҙыҡ әҙерләйҙер. Имән ағастары эргәһенә еткәс, беҙ кеҫәләребеҙ тулғансы сәтләүек йыйып алдыҡ. Быйыл ул да уңған икән. Урман ситендәге аҡланға күҙ һалдыҡ: туп-тулы әлморон ҡыуаҡлығы! Ут кеүек ҡып-ҡыҙыл булып бешкәндәр. Уларҙы ла йыйырға булдыҡ, сөнки ҡышҡы һалҡындарҙа әлморон сәйе бигерәк шифалы бит ул.
Урманды бик күп ҡыҙырып йөрөнөк, әммә ҡуянды, төлкөнө һәм бүрене осратманыҡ. Моғайын, улар беҙҙе ситтән генә күҙәткәндер әле, тип уйланыҡ.
Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ә минең иң яратҡаным – алтын көҙ.
Әлфинә МОСТАФИНА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.