+17 °С
Ясно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
28 Октября 2021, 05:35

Тәбиғәтебеҙ ҙә яҡлауға мохтаж

Бөтә Рәсәй кимәлендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса һорау алыу үткәргәндәр.

Тәбиғәтебеҙ ҙә яҡлауға мохтажТәбиғәтебеҙ ҙә яҡлауға мохтаж
Тәбиғәтебеҙ ҙә яҡлауға мохтаж

Кешеләрҙең 41 проценты тәбиғәтте ҡарап, күҙәтеп торорға, тәртип боҙғандарҙы язаға тарттырырға кәрәк, тип иҫәпләй, 34-е экологик саралар уҙғарыу файҙалы, ти. Экологик хәлде яҡшыртыу өсөн ҡануниәтте камиллаштырырға, зыянлы предприятиелар һәм объекттар­ҙың эшмәкәрлеген тәртипкә килтерергә тәҡдим итә һорау алыу­сыларҙың 35 проценты. Һуңғы йылдарҙа төбәктә эшләп килгән тәбиғәтте һаҡлау, экологияны яҡшыртыу программалары тураһында яуап биреүселәрҙең 55 проценты белә: шулар иҫәбенә 19 проценты өмәләрҙе индергән, 15-е – йәш үҫентеләр ултыртыуҙы, 8-е – йылғалар һәм эргә-тирәне таҙартыуҙы, 6-һы – ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлауҙы.

Фото: pixabay.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас