+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
29 Октября 2021, 05:33

Экологик белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

Башҡортостан халҡы Бөтә Рәсәй экология диктантында ҡатнашырға саҡырыла. Ул 14 – 21 ноябрҙә Экодиктант.рус порталында үтәсәк. Акция ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыуға арналған, иң ҙур экологик-мәғрифәтселек онлайн проекты булып тора.

Экологик белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙЭкологик белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ
Экологик белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ

Был сара халыҡтың экология грамоталығын һәм мәҙәниәтен арттырырға, шулай уҡ экологик белемле булыуҙы популярлаштырырға ярҙам итәсәк, “Экология” милли проектындағы маҡсаттарға тулыһынса тура килә.

Уҙған йылда Рәсәй халҡы һәм сит илдәрҙә йәшәүсе 2 миллион 800 мең кеше экологик белемен тикшереп ҡараған. Барлыҡ төбәктәр ҙә проектта ҡатнашҡан, шуларҙың 62-еһендә 3 мең 600-гә яҡын офлайн майҙансыҡ ойошторолған.

Быйыл иһә экологик диктант урыҫса ғына түгел, инглиз, испан телдәрендә лә буласаҡ. Барлығы 3 миллиондан ашыу тирәһе кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Проект Федерация Советы комитеты, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан тормошҡа ашырыла.

 

 

Фото: https://www.hibiny.com/news/archive/251002/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас