+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
29 Октября 2021, 05:30

Талҡанйемеш

Йәйен-ҡышын йәшел ҡала был ҡыуаҡ, йөҙйәшәр үҫемлек ул.

ТалҡанйемешТалҡанйемеш
Талҡанйемеш

Япраҡтары майланған кеүек ялтырап тора. Емеше ҡыҙыл көртмәлегә оҡшаған, әммә уны ашарға ярамай. Сәскәһе алһыу төҫтә, ботаҡтарының осонда ғына.
Талҡанйемештең шифалы көсөн баш­ҡорттар күптән белгән һәм бөйөр сирҙәрен, яраларҙы дауалау өсөн ҡулланған. Уның япраҡтарын ике тапҡыр, сәскә атҡансы һәм емештәре өлгөргәс, йыялар.
Башҡортостанда талҡанйемеш Көньяҡ Урал һырттарында ла үҫә һәм тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һаҡлана. Ҡай­һы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Литвала милли йолаларға бәйле үҫемлек икәнен әйтеп китке килә. Дини байрамдар, туйҙар унда талҡанйемеш ботаҡтары менән биҙәлә. Был да, әлбиттә, уның мөғжизәле көскә эйә булыуына бер дәлил.
Бөтә донъяға билдәле талҡанйемеште – тыуған еребеҙҙең байлығын, мираҫын баҡсаларҙа үҫтереүе ҡыйын, ҡырағай тәбиғәттә үҙенсәлекле тупраҡта ғына мөмкин.

Г. ЯҠУПОВА.

Фото: rmk.ee

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас