+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
1 Ноября 2021, 09:45

Ноябрь һынамыштары

Ноябрь – көҙ менән ҡыш осрашҡан ай.

Ноябрь һынамыштарыНоябрь һынамыштары
Ноябрь һынамыштары

Боронғолар был айҙың һауа торошон күҙәтеп, киләһе йыл уңышына өмөт бағлаған. Сөнки ноябрь ниндәй, яҙ шундай килә. 1-е көндө һыуыҡ икән, бер аҙнанан буран ҡоторор. Көн йылы булһа, ҡыш йылы килер. Ә шулай ҙа нимәләр вәғәҙә итә икән беҙгә был ай?

4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләп торһа, һауа торошо боҙолор. Иртә томан менән башланһа, тағы ла йылытыр.

9 ноябрь ниндәй, май айы шундай.

11 ноябрь  болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә.
15-е һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта. Был көндө тәҙрәлә биҙәктәр хасил булһа, яҙғыһын йәшеллек мул булыр.

20-ендә ала ҡарғалар төркөмләп осһа йәки тауышланһа, иртәгә ҡар яуа. Был көндө боҙ ҡатһа, тимәк, башҡаса йылытмай.

25 ноябрҙә иртән вак ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр.
29 ноябрь көндө еүеш - ҡар буранға.

30-ы ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндөрмәҫ, көн һыуыҡ булһа, һыуыҡ өлөшһөҙ ҡалдырмаҫ.

Фото: fotokto.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас