

Ҡар яуа ябалаҡлап!
Зәңгәр күктән ҡар бөртөгө
Һибелә бейеп, уйнап.
Семәрлеләр, ҡупшылар,
Оҡшағандар йондоҙға.
Улар шулай килеп ҡуна
Ағастарға, ҡоймаға.
Бар тәбиғәт шундай матур,
Аҡ мамыҡ шәл ябынғас.
Шундай гүзәл мөғжизәне
Күрәбеҙ тик ҡар яуғас.
Алтынай АНИСИМОВА