+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
19 Ноября 2021, 04:25

Ҡышты һағынып көтөп алам

Көндәр яйлап ҡына һыуыта башланы.

Ҡышты һағынып көтөп аламҠышты һағынып көтөп алам
Ҡышты һағынып көтөп алам

Тәбиғәт тә үҙгәрештәре менән ғәжәпкә ҡалдыра. Иртән тороуға тирә-яҡты йә ап-аҡ томан ҡаплап ала, йә ер өҫтө һыуыҡтан туңа, йә епшек ҡар яуып үткән була. Оҙаҡламай сатлама һыуыҡтар ҙа килеп етер инде.
Урманда йәнлектәр һәм ҡоштар ҙа ҡышҡа әҙерләнә. Айыу оҙаҡламай йоҡоға таласаҡ, терпе менән тейен ояларына аҙыҡ тултыра. Төлкө һәм бүре генә үҙҙәренә запас йыйып ҡуймай. Шул арҡала ҡыш буйы улар ашарға эҙләү менән мәшғүл буласаҡ. Ҡоштар ҙа йылы яҡтарға осоп китте.
Ә мин ҡышты бигерәк тә яратам, шуға ашҡынып көтөп алам. Был миҙгелдә һуғым һуябыҙ. Ҡар яуһа, ерҙә аунап, рәхәтләнеп тышта уйнайбыҙ. Дуҫтарыбыҙ менән сана, саңғыла шыуабыҙ.
Беҙҙең мәктәптә каток та бар. Малайҙар хоккей уйнай. Ҡыҙҙар тимераяҡта йөрөй.
Ҡыш мәле шундай күңелле саҡ ул. Ә һеҙгә, дуҫтар, ниндәй миҙгел нығыраҡ оҡшай? Ап-аҡ ҡарлы ҡышты һағынды­ғыҙмы?

Әлфинә МОСТАФИНА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Фото: photocentra.ru

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас