

Ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшле ҡоштар әллә ҡайҙан күренеп тора. Улар миләш, балан емештәре, саған ағасы бөрөләре менән туҡлана. Шаулы ҡалаларҙа ҡыҙылтүштәр һирәк осрай.
Инә ҡош йомортҡаларын 13 – 15 көн тирәһе баҫып ултыра. Был ваҡытта ата ҡош ашарға ташый, һирәк-һаяҡ инә ҡошто алмаштыра. Ҡошсоҡтары май айында йәки июндең тәүге яртыһында донъя күрә һәм ояла 15 – 16 көн тирәһе йәшәй. Уларҙы ата һәм инә ҡош алмашлап туйҙыра. Ҡыҙылтүш йәй һуҙымында ике тапҡыр йомортҡа һала.
Ҡыҙылтүш – йырсы ҡош. Инә ҡоштар бигерәк тә оҫта була: ҡайһы берҙәре башҡа ҡоштарҙың һыҙғырыуын да отоп алып ҡабатлай.
Европа илдәрендә элек-электән был ҡоштарҙы моңло һайрарға өйрәтеү алымдары булған. Ҡанаттары нығынып етмәгән ҡошсоҡтарҙы оянан алып өйрәтәләр.Ҡыҙылтүштәр ҡыштың икенсе яртыһында Уралдың һалҡын, ҡарлы-буранлы ҡышынан туйып, әкренләп көньяҡҡа табан юл ала. Тик яҙ еткәс кенә, оя ҡора торған ерҙәренә осоп барышлай, һуғылалар беҙҙең яҡтарға.
Фото: placepic.ru