

Был айҙа ҡара ҡарғалар күренә икән, ҡыш йылы була.
Ҡарһыҙ декабрь – ҡоро яҙ билдәһе.
Ай башында көслө бурандар, ҡар яуһа, июнь башында ямғырҙар була.
Декабрь елле икән, март йылы була.
Был миҙгелдең тәүге айы йылы булһа, ҡыш оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, яҙ һалҡын булып, һуңға ҡаласаҡ.
Декабрҙә ер туңһа, ҡар көрттәре булһа, уңыш уңа.
Фото: www.lifeisphoto.ru