-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
4 Декабрь 2021, 10:10

Тумыртҡа

Һеҙҙең урманда йөрөгәндә “Туҡ-туҡ” тигән тауыш ишеткәнегеҙ бармы?

Тумыртҡа
Тумыртҡа

Был тауышты тумыртҡа сығара. Үҙенең осло томшоғо менән ағас ҡайырыһынан аҙыҡ эҙләй. Ағасты зарарлы бөжәктәрҙән ҡотҡара. Шуға ла бит уны “урман табибы” тип йөрөтәләр.

 Ә беләһегеҙме,был ҡоштоң 220 төрө билдәле. Беҙҙең яҡтарҙа киң таралғаны – сыбар тумыртҡа. Кәүҙәһенең оҙонлоғо - яҡынса 25 сантиметр, ауырлығы – 100 грамм.

Тумыртҡаның тәпәйҙәре ҡыҫҡа, бармаҡтары оҙон, тырнаҡтары осло. Шуға күрә лә ул ағас олоно буйлап еңел хәрәкәт итә. Ә ҡаты ҡаурыйлы ҡойроғо уға ағасты суҡығанда ҡолап төшмәҫкә ярҙам итә.

Ҡолағы ла бик яҡшы ишетә. Ағас ҡайырыһы аҫтында йөрөгән бөжәктәрҙе бик тиҙ тойоп ала  ла оҙонса томшоғо менән  суҡырға тотона. Һуңынан нескә генә теле менән тегеләрҙе тартып та ала.

Был ҡош ылыҫлы йәки ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Тағы ла йылға, күл буйҙарын үҙ итә, сөнки дымлы урындарҙа ағастар күберәк серей һәм уларҙа бөжәктәр ҙә күп була. Яҙ һәм йәй тумыртҡалар рәхәтләнеп улар менән һыйлана, ҡайын һыуы эсә, ә көҙгөһөн ылыҫлы ағастың орлоҡтары менән туҡлана, ҡышҡылыҡҡа запас йыя.

Тумыртҡа башлыса яңғыҙ йәшәй, ә бына яҙ көнө үҙенә пар табып, оя ҡора. Ғаиләһенә ағаста ҡыуыш яһар өсөн ике аҙна ваҡытын сарыф итә. Өйөнә ул хатта ағас бәшмәгенән ишек тә яһап ҡуя әле, башҡа ҡоштар инмәһен өсөн.

Инә тумыртҡа, ғәҙәттә, 7 йомортҡа һала. Йәй башында күҙҙәре асылып етмәгән, тәне ҡаурый менән ҡапланмаған ҡошсоҡтары сыға. Йәш ата менән инә уларҙы сиратлап ҡарай, ашата. Бер ай тигәндә улар үҫеп, осорға өйрәнеп, ояларын ташлап, үҙ аллы донъя көтөргә сығып китә.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: