

Бер көндө һыуытып ебәрә, ҡар яуа, иртәгеһенә иретеп тә ҡуя. Алда нисек булырын әйтеүе лә ҡыйын. Синоптиктарҙың да башы ҡатып бөткән, ахыры: бер гәзиттә бер төрлө яҙалар, икенсеһендә бөтөнләй башҡаса фараз әйтәләр.
...Ауылдағы апайыма шылтыратып, хәлдәрен белешкәндә ул ҡыҙыҡ ҡына һынамыш тураһында һөйләне. Ҡөрьән ашынан ҡайтып киләләр икән. Аяҡ аҫтында ҡарҙың шығыр-шығыр иткәне ишетелә.
– Һеҙҙә ҡар яуҙымы? – тип һорайым.
– Яуҙы. Бына бабай әйтә, әгәр атлағанда ҡар «мырт-мырт» килһә, ул оҙаҡ ятмай, ирей, ти. Ә инде аяҡ аҫтындағы ҡар «шығырт-шығырт» килһә, иремәй, шулай ята икән, – тине апайым.
Был хәбәр миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо һәм тикшереп ҡарарға булдым. Көн дә әҙерәк саф һауала йөрөп инә торған ғәҙәтем бар. Бер юлы һынамышты ла һынарға ниәтләнем.
Аяҡ аҫтында ҡар «мырт-мырт» килә бит. Йылытып та ебәргән, тимәк, иретәсәк.
Бер нисә көндән тағы һыуытты. Мин йәнә һынарға урамға сыҡтым. Ысынлап та, аяҡ аҫтында ҡар «шығырт-шығырт» килә. Бына һиңә асыш: оло быуын кешеләре белмәй генә әйтмәгән икән шул.
Ҡыҙыҡ өсөн һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ әле был халыҡ һынамышын. Ҡар «мырт-мырт» әллә «шығырт-шығырт» киләме? Шуға ҡарап һауа торошон алдан күҙалларһығыҙ.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа көн торошона ҡарата ниндәй һынамыштар бар? Ололарҙан һорашып, яҙып ебәрегеҙ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.