+24 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
6 Декабря 2021, 04:10

Һынамыштар

*Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

* Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
* Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.
* Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.
* Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.
* Ҡыш һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
* Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр.
* Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.
* Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.
* Утын шартлап янһа, һалҡын көт.
* Ағастар шаулаһа, буран сығыуы бар.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас