+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
6 Января 2022, 12:45

Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!

Ошо көндәрҙә республика ҡалаларында һәм райондарында ҡышҡы акция үтә. Ул йорт алды биләмәләрен, урамдарҙы ҡар өйөмдәренән, сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында ойошторола. Эш тамамланғас, шыршы янында уйнап-бейеп күңел асыу ҡаралған.

Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!
Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!

Бөгөн иртә менән был акцияға Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы халҡы берҙәм ҡушылды.

-Беҙҙең коллектив экологик өмәне дәррәү күтәреп алды, күмәкләшеп мәктәп биләмәһен тәртипкә килтерҙек, ҡарҙан таҙарттыҡ, - ти Аҡъярҙағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Рәсембәтова.

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-комуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Сараны сағылдырған фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә #снежныйсубботникРБ хештегын ҡуйып бүлешергә мөмкин.

Ҡышҡы өмәгә Яңы йыл каникулдарынан һуң йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас