+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
8 Января 2022, 04:15

Өфө Айболиты

Ветеринария фәндәре кандидаты Ансар Радик улы Шәрипов – Өфө ҡалаһының «Йыл кешеһе», «Баш ҡала ҡаҙанышы» премиялары лауреаты. Берәҙәк бесәй һәм эттәрҙе бушлай дауалаусы бит ул.

Өфө АйболитыӨфө Айболиты
Өфө Айболиты

Бала саҡта, ҙурайғас, хай­уандарҙы дауалармын, уларҙы үлемдән ҡотҡарырмын, тигән уй Ансар Радик улының башына ла инеп сыҡмағандыр әле. «Атай-әсәйем кеүек үк мин дә нефтсе булырмын», – тип хыяллана ул.
Башҡортостандың бәләкәй генә ҡалаһы Ишембайҙа тыуып үҫһә лә, һәр йәйен ауылда йә Стәрлетамаҡ, йә Кушнаренко райондарында өләсәй-олатай­ҙары янында, ҡаҙ бәпкәләре, һыйыр көтөп, башҡа төр ҡош-ҡорт менән мәж килеп үткәрә. Үҫмер сағында малай бик йыш ауырый: йә киҙеү тейә, йә эсе ауырта. Шуға ла һигеҙенсе синыфты тамамлау менән, бөтөн ғаилә ағзаларын аптырашта ҡалдырып, үҙенең медицина училищеһына уҡырға барырға ҡарар итеүе тураһында әйтә.
Ата-әсәһе Римма Миңләхмәт ҡыҙы менәí Радик Мамалим улы Ансарҙы – нефтсе, ә îëàòàһû Миңләхмәт Зиннәт улы Ғәйфуллин, Социалистик Õеҙмәт Ãеройы, Ленин, ике тап­ҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, билдәле нефтсе, ейәнен йөк машинаһы водителе итеп күрергә теләһә, өләсәһе, участка милиционеры булыр, тип өмөт итә. Улдарына ҡарата һәр ғаилә ағзаһының үҙ планы була.
Фельдшер-акушерлыҡҡа уҡыуын тамамлағас, әрме хеҙмәтенә барырға әҙерләнә башлай егет. Афғанстанда десантсы булып, хеҙмәттәштәрҙе үлем­дән ҡотҡарырмын, яралыларҙы яу яланынан сығарырмын, улар­ға операциялар эшләрмен, тип хыяллана. Тик 1989 йылдың 15 фев­ралендә, тап Ансарҙың тыу­ған көнөндә, ғәскәрҙәрҙе был илдән сығарыу тамамлана. Шулай итеп, егеткә батырлыҡтар эшләргә насип булмай.
Медицина áóéûíñà þғàðû óҡûó éîðòîíа инеү ниәте менән Өфөгә юллана. Тик уңышһыҙлыҡҡа юлығып, медицина университетына инә алмай. Бер йылын юғалтмаҫ өсөн Башҡîðò äәүëәò àграр университетына документтарын тапшыра.
Ауыр 90-сы йылдар ул студент булған мәлãә тура килә. Аҡса юҡ, ризыҡ та самалы. Хатта магазин кәштәләре буш. Ата-әсәһен эштән ебәрәләр. Олатай менән өләсәй ҙә ҡарт ҡыналар. Студент егеткә үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала. Көндөҙ уҡыу менән мәшғүл булһа, кисен буласаҡ һөнәре буйынса тәжрибә туплай.
Ул замандарҙа þғàðû óҡûó éîðòî уҡытыусылары Өфөлә тәүге шәхси ветеринар клиника аса. Беренсе курс студенты бул­ған Ансар тап ошо ó÷ðåæ­äåíèåғà ýø һîðàï килә. Уны алалар. Егет, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, эштән ҡур­ҡып тормай: хайуандарҙың яраларын бәйләй, уларҙы ҡабул итә торған өҫтәлдәрҙе таҙарта, иҙән йыуа. Ә сират һыу буйындай оҙон, осо-ҡырыйы күренмәй. Шулай булмай ни, ҙур бер ҡалаға берҙән-бер клиника бит! Ауырыу хай­уандарҙы ҡабул итеп, шулай ярты төн үтеп тә китә. Таң атып, дәрестәр башланыуға ла бер-ике сәғәт кенә ваҡыт ҡала. Бөтөн белгән белеменә, тәжрибәһенә лә нигеҙ нәҡ ошонда һалынғандыр.
Студент кешегә бер стипендияға ғына йәшәп булмай. Шуға ла ҡала циркында эш табып, уҡыуҙан һуң кистәрен бында ла эшләп йөрөй: аттракцион май­ҙанын тамашаға әҙерләй, хай­уандарға тамыҙғыс ҡóéûðғà, уколдар һалырға өйрәнә. Нәҡ ошолай бар ғүмерен бағышлаған ветеринар һөнәренә ғүмерлеккә ғашиҡ була Ансар Радик улы.
– Берәҙәк эт һәм бесәй­ҙәр – экосистеманың бер өлөшө, ҡаланың тәбиғи фильтры. Улар ауырыу ҡоштарҙы, сысҡан биҙгәген һәм башҡа төр инфекция таратыу­сы кимереүселәрҙе юҡ итә. Берәҙәк хайуандарҙы бушлай дауалау – бер үҙемдең генә эшем түгел. Был – дөйөм хәстәр. 20 йыл эш дәүеремдә хужаһыҙ йөрөгән хайуандар­ҙы ҡотҡарыу­сы бик күп ми­һыр­банлы кешеләрҙе осраттым. Яралы, имгәнгән, ауырыу берәҙәк эт, бесәй­ҙәрҙе үҙ аҡсаларына прививкалар эшләтеп, дарыуҙар алып, ашатып, дауалап алалар. Күптәр килеп: «Беҙҙең ауырыусыбыҙ йүнәлде инде, һеҙгә кәрәк булыр», – тип дарыу­ҙар ҡалдырып китә. Даими килеүселәрем дә бар, кемдәре менәндер электән дуҫбыҙ. Ундайҙарға түләүгә ташлама эшләргә уйлаһам, ризалашмайҙар. Ә мин бит вакцина, наркоз, йөйҙө тегеү материалдары һатып алам. Бик ярап ҡала. Был медикаментоз әйберҙәр берәҙәктәргә стерилизация яһау өсөн китә. Бына шулай инде бер-береңә ярҙам итеүҙең өҙлөкһөҙ әйләнеше. Ә мин – ошо сылбырҙың бер өлөшө генә. Берәҙәк эт-бесәйҙәр шул тиклем күп. Смена башланыр алдынан бөтөнөһөн дә ҡарап өлгөрөр өсөн ирекмәндәр менән һөйләшеп, эшкә ике-өс сәғәт алдан киләм. Клиникала студенттарҙың ярҙамы – улар өсөн бик ҙур практика, – ти ул.
Корней Чуковскийҙың «Изге күңелле доктор Айболит»ындағы кеүек, ағас төбөндә елләп кенә ултырырға тура килмәй Ансар Радик улына. Иртәнән ҡара төнгәсә төрлө йәрәхәттәр, ауырыу­ҙар йонсотҡан хайуандарҙы ҡабул итә ул. Ялбыр йөнлө, йомшаҡай пациенттар бик тә ҡәҙерле шул. Шуға ла уларҙың һәр береһенә яратып, «балаҡай» тип өндәшә табип.
2016 йылда Ансар Шәрипов өфөләрҙең иң күп тауышын йыйып, «Баш ҡала ҡаҙанышы» йәм­ғиәт ҡала премияһына лайыҡ була. Ҡырымға юллама менән бүләкләнә. Берәҙәк эт, бесәй­ҙәргә бер ниндәй ҙә аҡса йәл түгел: 100 меңлек юллама аҡсаһын хайуандар файҙаһына тотона. «Бүләгем – халыҡтыҡы, шулай булғас, ул йәмғиәткә хеҙмәт итергә тейеш», – ти Өфө Айболиты.
Оло йөрәкле, алтын ҡуллы табип, һоҡланғыс кеше булған Ансар Радик улы Шәриповҡа киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, изге эшенә ҡушылырҙай уҡыусыларының күп булыуын теләйек.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас