+19 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
21 Января 2022, 09:18

Ауылда - урман ҡунағы

Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылына болан эйәләшкән.

Ауылда - урман ҡунағыАуылда - урман ҡунағы
Ауылда - урман ҡунағы

-Яңы йыл алдынан балалар Ҡар бабай әүәләп ултыртҡайны. Танауы урынына, ғәҙәттәгесә, кишер ҡуйғандар. Кисен тышҡа сыҡһам, аптырап ҡалдым. Ҙур мөгөҙлө болан Ҡар бабайҙың танауын кетерләтеп сәйнәп тора, - тип тәьҫораттары менән бүлешкән "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитендә Айһылыу Вәлиева. Улар хәҙер урман ҡунағын тормош иптәше Илһам менән һәр саҡ һыйлайҙар икән. 

Инде болан бер ай тирәһе шулай ауыл халҡы янына килеп йөрөй. Кешеләрҙән, эттәрҙән дә ҡурҡмай, йорт хайуандары кеүек, ҡулдан ашай, яраттыра, уйнарға маташа. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙенә оҡшаған ихатаның ҡапҡаһы бикле булһа, картуф баҡсаһы яғынан булһа ла, урап, юлын табып, барыбер инә икән. Ауылдың йәменә әйләнгән серле ҡунаҡҡа түбәнге ибрайҙар хәҙер өйрәнеп тә бөткән. Һәр кем уға ярҙам итергә тырыша, ашата, һыу эсерә. Үҙенә яратып Шаляпин тип исем дә ҡушҡандар.

Фото: Айһылыу Вәлиева фотоһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас