+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
22 Января 2022, 11:45

Сыр-сыу килеп һыйланалар

Белем усағыбыҙҙың «Арғымаҡ» ирекмәндәр төркөмө Нурия Нуриман ҡыҙы етәкселегендә күп изге эштәр башҡара.

Сыр-сыу килеп һыйланаларСыр-сыу килеп һыйланалар
Сыр-сыу килеп һыйланалар

Үҙҙәрен гимназиябыҙҙа өлгө итеп ҡуялар. Яңыраҡ VI «А» синыфының йәш ирекмәндәре тәрбиәселәре Нурия Туйсина менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бүләк эшләне. Улар атайҙары ярҙамында тағараҡ яһап алып килде. Рәхмәт инде үҙҙәренә!
Бына хәҙер алтынсылар элеп ҡуйған тағараҡтарҙа ҡоштар сыр-сыу килеп һыйлана.

Альбина ФӘХРИСЛАМОВА, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас