+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
28 Января 2022, 05:30

Беҙ ҙә ҡоштарға ярҙам итәбеҙ

Ҡыш – ҡоштар өсөн иң ауыр миҙгел. Сөнки көндәр ҙә һыуыҡ, аҙыҡ та етмәй.

Беҙ ҙә ҡоштарға ярҙам итәбеҙБеҙ ҙә ҡоштарға ярҙам итәбеҙ
Беҙ ҙә ҡоштарға ярҙам итәбеҙ

 Ә беҙҙең Иҙрис ауылында ҡыш үтә лә ныҡ ҡырыҫ була. Шуға күрә уҡытыусыбыҙ Гөлгенә Николай ҡыҙы Уйылданова: «Районда тағараҡтар конкурсы иғлан ителде», – тип әйткәс, беҙ атайым менән ҡоштар өсөн тағараҡ эшләргә булдыҡ. Минең менән бергә тағы бер нисә синыфташым да ҡушылды был акцияға.
Тағараҡтарыбыҙ матур килеп сыҡты. Беҙ уларға аҙыҡ һалып, ҡоштарҙы күҙәтеп, ҡарап торасаҡбыҙ. Осоп килгән ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы танырға ла өйрәнәсәкбеҙ.
Тағараҡ эшләргә ярҙам иткән атайҙарыбыҙға күп рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Баш­ҡалар ҙа беҙҙән өлгө алып, ҡоштарға ярҙам итһәләр, уларға ҡышлауы еңелерәк булыр ине.

Нурислам ЙӘНТҮРИН,
II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ҡолсора мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас