+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
18 Февраля 2022, 13:05

Тағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙ

Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы һаҡлау өсөн беҙҙең мәктәптә йыл һайын «Тағараҡ» акцияһы уҙа. Уның барышында «Иң матур», «Иң уңайлы», «Иң шәп ҡоштар ашханаһы» тигән номинацияларҙа ярыш ойошторола.

Тағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙТағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙ
Тағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙ

Акциябыҙ «Һәр ҡошҡа – беҙҙән тағараҡ» тигән мәктәп линейкаһынан башланып китте. «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматова ҡышлаусы ҡыштар тураһында мәғлүмәт биреп, уларға ярҙам итергә саҡырҙы. Ә Алтынай Барлыбаева, Айгүзәл Хәсәнова, Алмаз Хисмәтуллин, Алтынай Азаматова, Наҙгөл Ғәлина һәм мин ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында шиғырҙар һөйләп ишеттерҙек.
Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, улар ниндәй һыйҙы яратыуын яҡшы беләбеҙ. Шулай ҙа VII синыфтан Гөлкәй Вәлитова, Элина Йәндәүләтова һәм Зөлхизә Моталлапова башланғыс синыфтар өсөн иҫкәрмәләр таратып сыҡты. Ә Әминә Моталлапова беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙың һүрәттәрен яһап та өлгөргән.
Тағараҡтар яһау эшенә I – VI синыфтар әүҙем тотондо. Уларға, әлбиттә, ата-әсәләр ҙә ихлас ярҙам итте.
Баҡса янынан үткәндә һәр беребеҙ үҙебеҙҙең тағараҡтарға һоҡланып ҡарайбыҙ. Эш бының менән генә бөтмәне. Һәр көндө ем һалып торорға ла онотмайбыҙ. «Йәш урмансылар» түңәрәге ағазалары тағараҡтарға килеүсе ҡоштарҙы күҙәтеп, көндәлектәр ҙә алып бара.

Нәргизә ЙОРТБӘКОВА.
Баймаҡ районы,
Беренсе Этҡол мәктәбе.

Тағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙ
Тағараҡтарыбыҙға һоҡланып ҡарайбыҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас