+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
19 Февраля 2022, 11:05

Көн дә һыйлайбыҙ

Балаларҙа тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кескәй генә саҡтан, балалар баҡсаһынан башлана.

Көн дә һыйлайбыҙКөн дә һыйлайбыҙ
Көн дә һыйлайбыҙ

Шул маҡсаттан «Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар» тигән темаға дәрес үткәрҙек. Унда шиғырҙар ятланыҡ, һүрәт төшөрҙөк, һынамыштар өйрәндек, йомаҡтар систек. Ҡоштарға ҡышын нисек ярҙам итергә, уларҙы нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында әңгәмә лә ҡыҙыҡ булды.
Балалар ата-әсәләре яһап биргән тағараҡтарҙы алып килгәйне. Төрлө-төрлөләре бар ине. Уларҙы балалар баҡсаһындағы ағастарға элдек.
Хәҙер ҡоштарҙы көн дә көнбағыш, икмәк валсыҡтары менән һыйлап торабыҙ. Балалар тағараҡҡа ниндәй ҡош килгәнен һоҡланып күҙәтә.

Венера МУСИНА, тәрбиәсе.
Ишембай районы, Түбәнге Әрмет балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас