

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡошсоҡтарға аҙыҡ табыуы еңел булмауын, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә кәрәклеген белеп үҫә тәрбиәләнеүселәребеҙ. Атай-әсәйҙәр ярҙамы менән тағараҡтар эшләп элдек. Хәҙер көн дә саф һауаға уйнарға сыҡҡан һайын матур, уңайлы тағараҡтарға ем һалып торабыҙ, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ кинәнеп һыйлана. Сыр-сыу килешеп ашаған ҡошсоҡтарҙы балалар үҙҙәре лә һоҡланып күҙәтә.
"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар",- ти улар ҡыуанып.
Гөлкәй АҘНАБАЕВА,
«Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.