Ярмаланған ҡарҙар иреп
Хасил булды күләүек.
Яҙға ғына хас йырҙарын
Һуҙып аҡты гөрләүек.
Ағастар төбө ҡарайып
Тимгелләнде тау бите.
Бөрө тиртер, хистәр бүртер –
Хис урғылтыр яҙ бит ул!