+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
13 Марта 2022, 05:50

Тәбиғәтте яҡларға кәрәк

Мәктәбебеҙҙә уҡытыу-тәрбиә эше бына ике йыл инде «Урал батыр мәктәбе» проектына нигеҙләнеп алып барыла. Был проект буйынса ун йүнәлештә уҡыусылар атай-әсәйҙәр менән изге эш башҡара.

Тәбиғәтте яҡларға кәрәкТәбиғәтте яҡларға кәрәк
Тәбиғәтте яҡларға кәрәк

Бөгөнгө һүҙем беренсе йүнәлеш хаҡында. Беҙ «Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге йәшел төҫ алһын» девизы менән тәбиғәтте һаҡлау, йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыу кеүек эштәргә ихлас тотондоҡ. Күптән түгел башланғыс синыф уҡыусылары уҡытыусылары Ләйсән Өлфәт ҡыҙы Йәлилова етәкселегендә «Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар» акцияһын үткәрҙе. Балалар беҙҙең яҡтағы ҡоштар тураһында мәғлүмәт алды, һүрәттәр төшөрөп, бәйгелә ҡатнашты. Шулай уҡ атай-әсәйҙәр ярҙамы менән баҡсалағы ағастарға тағараҡтар эшләп эленде.
– Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш бик һыуыҡ, әммә ҡоштарға бынан әллә ни зыян юҡ, сөнки уларҙың ҡандары ҡайнар. Ә бына ҡар аҫтынан аҙыҡ табыуы ҡыйын, шунлыҡтан бик күптәре аслыҡтан үлә. Әгәр ярҙам итмәһәк, уларҙың ҡайһы бер төрҙәре юҡҡа сығырға мөмкин, – тине Руфина Юламанова.
– Тағараҡтарыбыҙ бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Балалар менән көн һайын ем һибәбеҙ, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һоҡланып, уларҙы күҙәтәбеҙ. Ҡоштарға ярҙам итә алыуыбыҙ өсөн беҙ бик шатбыҙ, – тип ҡыуанысы менән бүлеште Ләйсән Өлфәт ҡыҙы.
Оҙаҡламай «Ҡоштар көнө» үткәрәбеҙ. Сыйырсыҡ оялары яһау буйынса конкурс иғлан ителәсәк.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы, Малай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас