+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
19 Марта 2022, 07:20

Тауис күгәрсендәре лә үрсетәбеҙ

Мин бәләкәйҙән ҡош-ҡортто, йәнлектәрҙе яратам. Хатта өләсәйем менән тауис күгәрсендәре үрсетәбеҙ. Шундай матурҙар һәм күркәмдәр. Ә өйҙә ағайым менән тутыйғоштар тотабыҙ. Бесәй менән этебеҙ ҙә бар.

Тауис күгәрсендәре лә үрсетәбеҙТауис күгәрсендәре лә үрсетәбеҙ
Тауис күгәрсендәре лә үрсетәбеҙ

Эйе, һәр бер йән эйәһенә тәрбиә кәрәк. Һалҡын ҡыш етеү менән йәнлектәргә, ҡоштарға йәшәүе ауырлаша. Шуның өсөн беҙ уларға ярҙам итергә тейешбеҙ.
Тәбиғәт дәресендә «Ҡоштар» темаһы менән танышҡас, уҡытыусыбыҙ беҙгә тағараҡтар эшләргә ҡушты. Беҙгә әйт кенә. Хеҙмәт дәресендә синыфыбыҙ менән уңайлы ла, матур ҙа тағараҡтар эшләнек. Уларға ем һалып, ағас ботаҡтарына элеп ҡуйҙыҡ. Беҙ ҡоштарҙы көн һайын ашатып торорға һөйләштек.

Сәминә ӘХМӘТОВА,
I «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас