+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
1 Апрель 2022, 07:15

1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡоштар көнө. Ҡоштар – планетабыҙҙың биологик төрлөлөгөн тәшкил иткән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Эйе, шулар араһында беҙгә дуҫ булмағандары ла бар. Ер йөҙөндә 10 мең төрҙән ашыу ҡош бар икән. Ошо ҡоштарҙың һәр береһе үҙенсә бик күп файҙа килтерә бит.

1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө
1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө

СССР-ҙа, 1924 йылда, йәш натуралистар урмансылыҡта ҡоштар өсөн оя яһап ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң ҡоштарҙы һаҡлау буйынса эш әүҙемләшеп китә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ярҙам саралары тергеҙелә. 1994 йылда инде Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы ярҙамы менән Ҡоштар көнө билдәләнә башлай.

Әле бына Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары Йәмил Ибраҡов, Эльмира Вәлиева һәм Диана Исхаҡова сыйырсыҡтарҙы ҡаршы алырға әҙер. Улар яратҡан ҡоштарына оя эшләп тә ҡуйған. Афарин, төрөмбәттәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас