+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
4 Апреля 2022, 11:00

Һынамыштар

*Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр. *Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер. * Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

* Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.

* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.

* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.

* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.

* 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа.

* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.

* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай.

 

ФОТО: https://qna.center/question/1659202

Һынамыштар
Һынамыштар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас