+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
7 Апреля 2022, 05:30

Донъябыҙҙан ни ҡала?

Төйәгемә күҙ ташлаһам,

Донъябыҙҙан ни ҡала?Донъябыҙҙан ни ҡала?
Донъябыҙҙан ни ҡала?

Хәсрәттәрем ҡуҙғала,
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар кәмей йылғала,
Эсәр һыуҙар ҙа ҡороһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала? –
тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев. Уны ниндәй сәбәптәр шулай борсолорға мәжбүр иткән һуң? Белеүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ ғәжәп үҙенсәлекле Уралда үҙенә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, вулкан урғылмай, ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит: еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, ағасы, файҙалы ҡаҙылмалары – һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел. Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле! Әммә әлеге көндә ошо гүзәл бай төйәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек донъяһына ҡур­ҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай. Абдулхаҡ Игебаев шиғырын уҡыһаң, тыуған яғыбыҙ тәбиғәте хаҡында уйланмау мөмкин түгел. Һыуҙар ҡорой, яр буйындағы ҡыуаҡтар, күл буйындағы зифа ҡамыштар юҡҡа сыға. Беҙҙең Ишҡол ауылына яҡын булған Бөрсөнсө, Атауҙы күлдәрен күреп йән әсей. Кеше йәй көндәре рәхәтләнеп һыу инә, ҡомда ҡыҙына, шифалы бат­ҡағына күмелә, балыҡ тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ожмахҡа тағы килерен уйламай, үҙ артынан әллә күпме бысраҡ, сүп-сар ҡалдырып китеүселәр ҙә күп. Балыҡтарға үрсергә әмәл дә юҡ, кемдәрҙер уны күпләп тотоп, һатып, кеҫә ҡалынайта. Ауыл эргәһенән Ҡыҙыл йыл­ғаһы аға. Ҡайһы берәүҙәр ҡыш көндәре боҙ өҫтөнә сығарып тиҙәген түгә. «Эй, яҙ еткәс, ағып китер әле», – тип уйлай. Бәлки, ағып та китер, ләкин күпме балыҡ ағыуланып һәләк була. Йылға ла һайыҡты, ул кисеп сыҡмалы ғына булып ҡалған.
Тағы Абдулхаҡ Игебаев шиғырына күҙ һалайыҡ:
Сал урмандың баш осонда
Айбалталар уҡтала,
Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Йөҙәрләгән йөк машиналары бер туҡтауһыҙ теләһә ниндәй юлдар менән ҡиммәтле ағастарҙы республиканан ситкә ташый. Урмандың йыртҡыстар­са ҡырҡылыуынан йылғалар һайыға, күлдәр кибә. Әгәр Башҡортостандың 6 миллион гектар ерен урман биләһә, һәр сәғәт һайын 2 гектар урында ул юҡҡа сыға бара. Ә 1 гектар урман һауанан 2 тонна ағыулы газды йота. Һәр бер һындырылған ботаҡ, өҙөлгән сәскә, үлтерелгән бөжәк тәбиғәткә яра була бара. Кешенең уйламай башҡарған эшенән Ер йөҙөнән әллә күпме үҫемлек, хайуан юҡҡа сыға.
Мөһабәт Урал итәгендә «ҡара алтын» да, көмөшө лә, баҡыры ла бар. Бер ус алтын өсөн тәбиғәткә күпме зыян килтерелә. Ҡайҙа ҡарама – соҡор ҙа саҡыр. Ә ер аҫты байлығы икһеҙ-сикһеҙ түгел бит. Тәбиғәтебеҙ ҡорой. Ғалимдар аптырап, төрлө китаптар асҡан. Бар уның ҡараһы, ҡыҙылы, йәшеле.
Ҡайғы төҫөндәй «Ҡара китап»ҡа хәҙер Ер йөҙөндә бөтөнләй юғалған йәнлек, үҫемлек исемдәре теркәлгән. Ни тиклем аяныс: есемдәре бөткән, бары исемдәре генә ҡалған. Стеллер һыйыры, тур, сәйәхәтсе күгәрсендәрҙе кеше бер ҡасан да осрата алмаясаҡ.
«Ҡыҙыл китап»ты асҡандар. Быға бик ныҡ һирәгәйеп, бөтөр сиккә еткән йәнлек, ҡош-ҡорт исемлеге индерелә. Был китаптың биттәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арта бара.
«Йәшел китап» та бар. Быныһына ишәйә барған хайуан, үҫемлек төрҙәре яҙыла. Йәшел китап булмаһа, беҙ, кешеләр ҙә, юҡҡа сығасаҡбыҙ, сөнки тәбиғәтһеҙ донъя ла бөтә.
Ер йөҙөндә 5 миллиардтан күберәк кеше йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе быяла, ҡалай һауыттары ташлаһа, бысраҡ өйһә, Ергә тын алырға мөмкинлек ҡалмаясаҡ. Быяла иремәй, серемәй. Беҙгә уларҙы үҙ ваҡытында йыйырға, теләһә ҡайҙа ташламаҫҡа кәрәк.
Урал күкрәген ағыулап,
Әсе төтөн айҡала,
Завод һөрөмдәрен йотоп,
Ҡан төкөрә Аҡ ҡала,
Һулар һауа ла булмаһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала? –
тип әрней шағир йөрәге. Батырҙарға йәшәргә көс, дәрт биргән төйәгебеҙҙең шифалы, хуш еҫле һауаһы хәҙер кешеләргә дарман бирә аламы икән? Борон­ғо Урал итәгендә ҡоролған аҡ тирмәләрҙе завод-фабрикалар, күңелдәрҙе иретерлек моңло ҡурай тауышын ағыу­лы газ таратыусы машиналар алмаштырҙы.
Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар
Күҙ алдында юғала.
Атайсалды ла юғалтһаҡ,
Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Ер-әсәбеҙ йәшле күҙҙәре менән ярҙам һорап беҙгә төбәлгән. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда. Ошо хаҡта онотмайыҡ!
Эйе, Абдулхаҡ Игебаевтың ошо кескәй генә шиғыры аша бына ниндәй ҙур проб­лемалар хаҡында әңгәмәләшергә мөмкин. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн мул татыған әҙиптең шиғырҙарын иғтибарлап уҡыһаң, һәр юлында һәр ҡай­һыбыҙға төбәп әйтелгән фәһемле фекер­ҙәрҙең күплегенә хайран ҡалаһың.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы.

Фото:https://stihi.ru/pics/2019/04/20/4852.jpg

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас