

Ул бына нимәләр һөйләй:
– Әле иң ҡулайлыһы: баҡсалағы ҡоротҡостарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү. Был ысул менән ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған бөжәктәрҙе бөтөрөргә була.
Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер, тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән ҡойондорғандан һуң сәскә бөрөләре лә арта.
Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менән эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50 – 60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләккә 45 – 50 градус самаһындағы һыу һибергә кәрәк. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә һыу температураһы 60 – 70 градус самаһы булырға тейеш. Унан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтереүе ихтимал. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ. Йәнә һыуҙы лейка менән ҡойорға кәрәк. 8 – 10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4 – 5 квадрат метрҙа ултырған еләккә етәсәк.