+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
17 Апрель 2022, 15:45

Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа

Яҙ – тәбиғәттең оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уянған үҙенсәлекле мәле. Бөтә тереклек – йәнлектәр ҙә, бөжәктәр ҙә, үлән-ҡыяҡтар ҙа, хатта ағастар ҙа йылы ҡояш нурҙарын тойоп, уяна, терелә. Ҡар иреп, көндәр ныҡлап йылыта башлау менән ағас олондарына һут йүгерә. Уның иң шифалыһы – ҡайын һыуы.

Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа
Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа

Хәйбулла районы Йәнтҽш мәҙәниәт йортоно хҽҙмәткәрҙәрҽ «Ҡайын һыуы"на барыу йолаһын күрһәткән. Тәбиғәткә һоҡланып, илдәр тыныслығы һәм мул уңыш, ямғырҙар тҽләп аят бағышлағандар. Ҡайын һыуынан ауыҙ итеп, тҽләктәр тҽләгәндәр. Бына нимәләр һөйләй улар:
«Ҡайын һыуын апрель урталары — май баштарында ҡартыраҡ ағастан (олоно — 20 — 30 сантиметр) йыялар. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төндә һыу яй аға. Уны алыуҙың да үҙ тәртиптәре бар. Кәрәкле ағасты һайлағас, уны һаҡ ҡына бер урындан 2 — 3 сантиметр тәрәнлектә тишәһең. Һыу һарҡып ағырлыҡ улаҡ яһап, уны һауыт менән (ғәҙәттә, быяла банкалар ҡулланалар) тоташтыралар. Бер ағастан 1 литрҙан да күп һыу алырға ярамай. Һыуҙы алып бөткәс, тишелгән урынды пластилин, балауыҙ, мүк йә балсыҡ менән йәбештереп ҡуйырға кәрәк. Шулай ҙа иң һыналған ысул — ағас сөй ҡағып ҡуйыу. Шунһыҙ ағастың ҡороуы бар.
Ҡайын һыуын ҡояшлы көндә йыялар. Һыуытҡыста уны ике көндән дә артыҡ һаҡларға ярамай, тиҙ боҙола, әсей. Банкала һаҡлар өсөн ҡайын һыуын 80 градусҡа тиклем эҫетеп, быяла һауыттарға тултыралар ҙа, 15-20 минут самаһы стерилизациялайҙар. Һыуытҡыста туңдырып та һаҡларға була».

Мәғлүмәт һәм фото: https://vk.com/club207714147

Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа
Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: