+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
17 Апрель 2022, 07:40

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Китапханабыҙ экологик акция иғлан иткәйне, ул «Сыйырсыҡ ояһы» тип аталды. Был изге эшкә балалар, ата-әсәләр дәррәү ҡушылды.

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Айырыуса Фәниә Әсләм ҡыҙы Зарипованың VII синыф уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Лиана Ғәлиуллина, Иҙел Мөхөтдинов, Рәмис Лоҡмановтарҙың сыйырсыҡ оялары һоҡлан­ғыс ине. Уларға ата-әсәләре ярҙам иткән.
Бер көндө китапхана эргәһенә йыйылдыҡ та сыйырсыҡ ояларын тотоп Ҡамшаҡ аҡланына киттек. Матур урын! Аҡлан ситендәге ағастар­ҙы һайлап, малайҙар «һә» тигәнсе ояларҙы элеп тә ҡуйҙы.
Был көндө сыйырсыҡ тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә лә ойошторҙоҡ. Һуңынан бергәләп «Оя» уйынын да уйнап алдыҡ. Аҡлан балалар­ҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо.
Сыйырсыҡ оялары ауылға ингән ерҙә генә. Хәҙер килгән ҡунаҡтарҙы иң беренсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ сәләмләй инде.


Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА, китапханасы.
Белорет районы, Шығай ауылы.

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас