+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
22 Апрель 2022, 11:15

Яҙғы урманға сәйәхәт

Белоретта йәшәүсе ейәнсәрем Нәркәс, ейәндәрем Нурислам һәм Динислам менән ҡалаға яҡын ғына булған урманлыҡҡа барып ҡайттыҡ.

Эй, яҙғы урмандың матурлығы! Өйҙә ултырып, яҙҙы ла күрмәй ҡалғанмын, тиһәң дә хата булмаҫ. Үлән дә байтаҡ ҡалҡып киткән, ағастар ҙа бөрөләрен аса башлаған. Һуңғы йылдарҙа урманға әллә ни йөрөгән дә юҡ шул. Яҡынға турғай еләгенә, бөрлөгәнгә генә сығып әйләнәм дә, шуның менән эш бөтә. Көртмәлене ауылдағы ҡыҙым йыйып бирә, ҡалған емеш баҡсала үҫә. Баҡсала үҫкән емеш-еләккә әүрәп, урман да онотола төштө, шикелле. Беҙ барған ерҙә ҡайын урманлығы, анда-бында уҫаҡ ағастары осрай, һирәкләп — ҡарағайҙар.

Ейәнсәрем менән ейәндәрем ҡайын һыуы эсеп кинәнде.Ҡайынды саҡ ҡына тишәләр ҙә, һут һауытына ағыҙып, шунан эсәләр, уларға шулай ҡыҙыҡтыр инде. Бала саҡта юҡтан ғына ла ҡыҙыҡ табаһың бит ул. «Ҡайҙа үҙемдең ғәмһеҙ бала сағым» — тип һоҡланып ҡарап торҙом. Күңелдәре булғансы тәмләп ҡалһындар әйҙә! Бер мәл генә бит ул! Ә файҙаһы һанап бөткөһөҙ.

Ураҙала булғас, үҙем улар ыңғайына һыйлана алмағайным. Малайҙар мине лә онотманы, һауытҡа ағыҙып алдылыр, шунан тишкән урындарын пластилин менән һылап та ҡуйҙылар. Оҫтарып бөткән үҙҙәре! Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән атай-әсәйҙәре лә афарин.

Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп йөрөп, күңелдәребеҙ булып, йәшәреп, дәртләнеп ҡайттыҡ урмандан. Алла бирһә, тағы ла килербеҙ әле!

Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА.

Бөрйән районы, Ҡолғана ауылы.

Яҙғы урманға сәйәхәт
Яҙғы урманға сәйәхәт
Яҙғы урманға сәйәхәт
Яҙғы урманға сәйәхәт
Яҙғы урманға сәйәхәт
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: