+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
24 Апрель 2022, 14:30

Баш ҡалала - яңы аллеялар!

Республикабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан» акцияһы иғлан ителде.

Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!

Ошо уңайҙан кисә баш ҡалабыҙҙың төрлө райондарында «Көмөш», «Хеҙмәт даны», «Моторҙар төҙөү», «Өмөт», «Аҡ сәскәләр», «Эверест», «Моңло», «Муйыллы», «Көньяҡ» һәм башҡа исемдәр менән 13 яңы аллея барлыҡҡа килде. Унда 400  ашыу ағас, 50-ләп ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды.

Өфөнөң яңы аллеяларының тулы исемлеге менән  ufa-green.ru сайтына танышырға мөмкин. Яңы ултыртылған ағастарға QR-кодлы таблицалар беркетелгән. Уны сканерлаһағыҙ, ағас тураһында барлыҡ мәғлүмәтте, тәрбиәләү ысулдарын, ҡасан, кем тарафынан ултыртылыуын белергә була.

Киң мәғлүмәт  саралары агентлығы хәбәр итеүенсә, кисә был акцияла республиканың төрлө ҡала һәм райондарында барлығы 233 мең кеше ҡатнашҡан.

Фото: https://api.rbsmi.ru/

Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Баш ҡалала - яңы аллеялар!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: