-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
25 Апрель 2022, 15:40

Тәбиғәт ҡосағында

Һағынып көткән яҙ килде. Бар тереклек, тәбиғәт йоҡоһонан уяна, һәр ерҙә яҙ һулышы һиҙелә. Хатта тын алыуҙары ла рәхәт! Күңелдәрҙе илертерлек саф һауа!

Ошондай матур көндә Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең I – IV синыф уҡыусылары менән тәбиғәт ҡосағына экскурсияға сыҡтыҡ.

Тыуған ауылыбыҙ тәбиғәте иҫ китмәле матур беҙҙең! Бер яҡтан Сатыртау, Эткенәй тауҙары теҙелеп китһә, икенсе яҡтан бормаланып Дим йылғаһы ағып ята. Ҡыҙҙар һәм малайҙар йылғаның нисек ағыуын, ағастарҙың  һәм ҡыуаҡтарҙың бөрөләнеп, япраҡ ярырға әҙерләнеүен ихлас күҙәтте. Тын ҡалып тәбиғәттең тауышын, һулышын, йылға шауын тыңланыҡ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың моңло һайрауы ла балаларҙы битараф ҡалдырманы.

Йыл миҙгелдәре хаҡында йомаҡтар ҡойоп, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп уйнап, ял итеп, күңелдәребеҙ булып, өйҙәребеҙгә таралыштыҡ.

Гөлназ ЗӘЙҘУЛЛИНА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе.

Тәбиғәт ҡосағында
Тәбиғәт ҡосағында
Тәбиғәт ҡосағында
Тәбиғәт ҡосағында
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: