+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
26 Апрель 2022, 09:45

Гөрләүектәр шаулап аға

Яҙ еткәнен көтөп алам. Яратам мин уны. Бөтә ерҙә йәнлелек һиҙелә.

Ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй һибә башланы. Яҙ хәбәрселәре — ҡара ҡарғалар ҡайтты. Юл буйҙарында уларҙың уйнағандарын оҙаҡ ҡарап торҙом. Ә инде йылы яҡтан ҡайтҡан сыйырсыҡтар мин яһаған ояларҙы үҙ итте, көн дә иртән үҙҙәренең матур йырҙарын һуҙалар. Гөрләүектәр шаулап аға, әкрен генә ел иҫеп ҡуя, ағастар ҙа яҙ килгәнгә шатланған кеүек. Бына тиҙҙән яҙ бүләге — умырзаялар ҙа ҡалҡып сығыр. Донъя ниндәй матур!
Тик илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, ҡара болоттар ҡояшты бер ваҡытта ла ҡапламаһын ине.


Рамаҙан ҒАБДУЛХАҠОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Ҡандра ауылы, Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәп.

Фото: https://7dach.ru/uploads/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: