+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
10 Май 2022, 09:35

Донъяны изгелек ҡотҡарыр!

Яҙ сәләмен йылы яҡтарҙан ҡайтҡан моңло һандуғастар еткергәндә, ҡыйыҡ баш­тарында сыйырсыҡ, ҡарлуғастар моңланып һайрашҡанда, ҡайындар бөрөләнеп, тәбиғәт йоҡоһонан уянған, йәмләнеп-йәнләнгән матур мәлдә Сибай ҡалаһындағы «Әкиәт» балалар баҡсаһының «Ҡурай» төркөмө кескәйҙәре урманға, мөғжизәле әкиәт иленә, сәйәхәткә юлланды. Тыныслыҡ билдәһе булған аҡ күгәрсен сәләм биреп, илебеҙгә именлек, аяҙ күк йөҙө теләп, оҙатып ҡалды үҙҙәрен.

Донъяны изгелек ҡотҡарыр!
Донъяны изгелек ҡотҡарыр!

«Урман»да беҙҙе зифа буйлы аҡ ҡайын ҡаршы алды. Әммә уның һаман да япраҡ яра башламауы беҙҙе хафаға һалды. Шул саҡ кескәйҙәр Урмансы бабайҙың хатына тап булды. Беләһегеҙме, ул беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән бит. «Хәлем бик ауыр. Ағас­тарымды ҡотҡарырға ярҙам итһәгеҙ ине! Улар йылдан-йыл ҡорой, сереп ауа, шишмәләрем сылтырап аҡмай, ҡоштарым да элеккесә моңло һайрамай. Әллә инде ҡара көс сихырланымы урманымды?» – тип зарланған ул.
Ни эшләргә? Урманды ҡа­ра көстәрҙән ҡотҡарырға кәрәк! Бының өсөн кескәйҙәр һынауҙар үтергә тейеш.
Шуларҙың иң тәүгеһе ағас япраҡтарын таныу ине. Балалар тиҙ арала йәшел япраҡтарҙы кәрәкле ағастарға йәбештереп, ҡайын, миләш ҡарағай ағастарын биҙәп тә ҡуй­ҙы. Ҡайын төбөндәге тылсымлы һандыҡтан тик ағас­тан яһалған кәрәк-яраҡтарҙы табып, улар ха­ҡында һөйләшеп алдыҡ. Урмансы бабай беҙгә бер сәйер генә карта ла ҡалдырған икән. Икенсе һынауҙы үтеп, уны эҙләп килә торғас, балалар менән бер лабораторияға килеп юлыҡтыҡ. Бында кескәй­ҙәр төрлө тәжрибәләр үткәр­ҙе. Ағас менән тимерҙе һыуға һалып, ағас материалы еңел булып, һыуҙа батмауын белде. Кеше­ләрҙең быны тормошта ла оҫта файҙаланыуын, унан кә­мә, караптар яһауҙарын аңлаттыҡ. Шулай уҡ ағас уйынсыҡ менән биш һумлыҡ тәңкәне биттәренә терәп, ағас­тың – йылы, ә тимерҙең һал­ҡын булыуын, ни өсөн кешеләрҙең фәҡәт ағастан өй, мунса һалыуҙары хаҡында ла белеп ҡалдылар.
Артабан юлыбыҙ сылтыр шишмәгә алып килде. Ә ул, бахырҡай, таштар ҡамауында ҡалған. Үҙен ҡотҡарыу өсөн балаларға урман менән бәйле булған төрлө халыҡ әкиәттә­рен иҫкә төшөрөргә, әкиәтте бер генә һөйләменән танып, исемен әйтергә тура килде. Тиҙ арала шишмәне быуған таштар ҙа юҡҡа сыҡты.
Йомаҡтар сисеп, һынамыштар әйтеп, тәбиғәт тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп күңел асҡан арала ҡапыл ҡара болоттар артынан ҡояш йылмайҙы. Шул саҡ ҡайыныбыҙ ҙа күкрәп япраҡтарын ярҙы! Бындай илаһи күренешкә кескәйҙәр хайран ҡалды. Донъяны изгелек ҡот­ҡарыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул!
Йәшәргә көс, йәнгә дауа булырлыҡ шифалы һауа биргән урманыбыҙға ярҙам итә алыуҙарынан балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Үҙҙәрен хәҙер тағы ла бер эш көтә. Урмандағы зифа аҡ ҡайындың һүрәтен төшөрөп, Урмансы бабайға бүләк итәһеләре бар.


Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
«Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: