-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
11 Май 2022, 09:35

Йәнлектәр

Акрошиғыр

Ағы һәм һороһо була,

Йәнлектәргә ул хужа.
Ыжғыр ҡыш буйы йоҡлай ҙа
Уяна яҙын ғына.

Ҡышын аҡ тунда йөрөй,
Унан кейә һороһон.
Яратҡас ул йүгерергә,
Ниңә инде арыһын?

Башында – тармаҡ мөгөҙө,
Олпат күренә үҙе,
Ләкин ҡурҡмағыҙ унан.
Айыу түгел, ул – болан,
Ныҡ матур, изге хайуан!

Туны ҡыҙғылт һары ғына,
Өлгөрә тауыҡ урлап.
Ләкин үҙе хәйләкәр шул,
Китә белә ул урап,
Өлгөрөп булмай хурлап.

Тик ағас башында йөрөй,
Етеҙ йүгерә үҙе.
Йыя ул сәтләүектәр,
Емелдәп тора күҙе,
Ныҡ ҡупшы инде үҙе!

Тейендең ул киреһе,
Ерҙә йөрөй яй ғына.
Рөхсәт итһә әгәр һиңә,
«Пип-пип» ит энәһенә –
Ебәрерһең тиҙ генә.

Йөрөй ерҙә шыуышып,
Ыҫылдап килеп сыға.
Ләкин бик яман үҙе.
Ағыуы менән саға,
Ныҡ һаҡ булығыҙ шуға!


Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы,
Рауил мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: