+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Кәзә һаҡалы

Яҙҙың тәүге сәскәләренең береһе ул. Әллә ҡай­ҙан сағыу булып күренеп ултыра.

Кәзә һаҡалы
Кәзә һаҡалы

Бала саҡтан кәзә һаҡалының һабағын өҙөп ашай торғайныҡ, әле лә ҡатмаҫ элек ауыҙ итеп ҡалырға тырышабыҙ.
Уны дарыу үләне булараҡ та ҡулланалар. Сәскә атҡан сағында япраҡтарын да йыйып киптереп ҡуйырға кәрәк. Йәшел килеш салатҡа һалһаң, фай­ҙалы икән. Хатта былай ашарға мөмкин, унда С витамины күп. Кәзә һаҡалының сәскәһен сәй итеп эсеүселәр ҙә бар. Төнәтмәһе йүткергәндә, тамаҡ ауыртҡанда файҙалы. Хатта бөйөр ауырыу­ҙарын дауалағанда, ныҡ итеп баш ауыртҡанда ярҙам итә.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в