+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
14 Май 2022, 14:25

“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт

Хәйбулла районы Йәнтҽш мәҙәниәт йорто хҽҙмәткәрҙәрҽ “Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт ойошторған. Ул ҡая Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылы Бирмәҫбаш йылғаһы янында ғына урынлашҡан. Ҡаяла ташта ҡатып ҡалған кеше эҙҙәре бар.

“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт
“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт

Халыҡ ташҡа ҡатҡан был эҙҙәрҙе “Пәйғәмбәр эҙҙәре” тип атай башлай. "Пәйғәмбәр ташы"  – изге таш тип иҫәпләнә. Уның янынан үткәндә, мотлаҡ туҡталып, хәйер бирергә кәрәк тигән ырым да йәшәй.
Риүәйәттәр буйынса, башҡорт Әүлиәһе улы менән Бирмәҫбаш йылғаһы үҙәне буйлап кафырҙарҙан ҡасырға мәжбүр була. Хәлдән тайған Әүлиә йылға ярында үҫеп ултырған ерек ағасы янына килеп йығыла һәм ағастан уға ярҙам итеүен үтенә. Әммә ағас ярҙам итеүҙән баш тарта. Үпкәләгән Әүлиә уға: "Тамырҙарың һыуҙа торһа ла, һинең ботаҡтарың ҡороһон", – тигән. Шунан йылға тирәһендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, ерек ағасы үҫә алмай, ҡорой. Ә бына Әүлиәне ҡая таштары араһына йәшергән ҡарағайҙар бүләккә – мәңгелек йәшеллеккә төрөнә.
 Йәйҙең эҫе көнөндә Әүлиә, дошмандарынан ҡасып, улы менән ҡая башынан аҫҡа һикерә. Бына шулай ҡая эргәһендә ятҡан ҙур ғына ташта уларҙың эҙҙәре ҡала. 

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com 

“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт
“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт
“Пәйғәмбәр ташы”на сәйәхәт
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: