+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
14 Май 2022, 11:00

Ямғыр яуҙы!

Ниһайәт, сарсаған ергә

Көткән ямғырҙар яуҙы.

Ҡыйыҡтарҙы, япраҡтарҙы

Саңдан таҙартып йыуҙы.

 
Йәшен дә юҡ. Ишетелә

Бары тамсы тауышы.

Һағындырғанһың шул ямғыр!

Бар ерҙә яҙ һулышы!

 

Гүйә, йоҡонан уянды,

Урам, урман, туғайҙар…

Күләүектән һыуҙар эсеп,

Эй, шатлана турғайҙар.
 

Тәбиғәттең ошо мәле

Һиллек бирә күңелгә.

Ямғырҙы маҡтап яҙырлыҡ

Һүҙҙәр етмәй әлегә.

 

Авторы билдәһеҙ.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Ямғыр яуҙы!
Ямғыр яуҙы!
Ямғыр яуҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: