+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
14 Май 2022, 20:20

Ҡырҙарымда – һары сәскәләр

Бәпембә — ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. Ул Башҡортостанда киң таралған үҫемлектәрҙең береһе. Бигерәк тә кеше йәшәгән урындарҙы үҙ итә. Беҙҙә бәпембәнең 200-ҙән ашыу төрө үҫә.

Ҡырҙарымда  – һары сәскәләр
Ҡырҙарымда – һары сәскәләр

Күктән яуған тере йондоҙмо ни

Ҡырҙарымда – һары сәскәләр.
Ғәйеп тағып һеҙгә юҡҡа ғына
Һағыш төҫө тиеп әйтәләр.


Һағынмайса тормаҫ беҙҙең күңел,
Сәскәләрҙең унда ни эше?
Болоҡһоған күңелең сәбәптәре –
Һағыштарға һалған үҙ кешең.


Сәскәләрҙән ғәйеп эҙләмә һин
Күңелең үкһеп тулһа моң-зарға,
Иртә менән тороп, сығып әйлән
Һары сәскә үҫкән ҡырҙарға.


Шифалы бер тылсым йыя улар
Таң нурынан, ысыҡ йәшенән,
Ә уларҙың нәфис таждарына
Һағыш түгел, ҡояш йәшенгән.


Яратам мин һары сәскәләрҙе,
Хәсрәтемде улар тарата
Бәлки, шуғалыр ҙа, был донъяны
Мин һағышһыҙ өҙөлөп яратам.


Ҡыҙрас Миләш.

Фото:  arctic-plus.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: