-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
16 Май 2022, 15:25

Бәпембә генә, тимәгеҙ

Аллаға шөкөр, үҙ еребеҙҙә үҫкән үҫемлектәрҙең ҡәҙерен нығыраҡ белә башланыҡ. Йәмле май айында һап-һары балаҫ кеүек үҫкән бәпембәнән дә ҡайнатма әҙерләүселәр күбәйә. Сәй янына тәмлекәс булыуҙан бигерәк, шифалы ла ул.

Көндөҙ таҙа ғына урында үҫкән 300 бәпембә башын йыйып, тиҙ генә һалҡын һыуҙа сайҡатып алабыҙ ҙа һарҡытырға ҡуябыҙ. Ул арала 1 килограмм шәкәр ҡомона 2 стакан һыу һалып ҡайнатып, сироп әҙерләйбеҙ. Шунда бәпембә сәскәләрен һалып, 20 минуттай талғын ғына ҡайнатабыҙ. Өҫтөнә лимон һутын һығып, тағы саҡ ҡына утта тотабыҙ. Ҡайнатмалы кәстрүлебеҙҙе һалҡын урынға ҡуйып, иртәгеһенә генә бәпембә баштарын һөҙөп алырға кәрәк. Шунан инде тағы бер аҙ ҡайнатабыҙ. Бына хәҙер бәпембә балы әҙер.
Был үҫемлектең тамыры ла файҙалы. Унан яһал­ған дарыуҙы ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан дауалағанда ҡулланалар. Ҡанды артыҡ холестериндан таҙарта, үтте ҡыуа. Ә япраҡтарынан төнәтмә бөйөрҙәргә һәйбәт.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: