-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
16 Май 2022, 10:20

Торатауым — аҡ шаршауым

Аҡ шаршаулы Торатауым!.. Бына тағы баҡтым һинең тарафтарға. Бөгөн аҡ шаршауыңды бөтөнләйе менән атып бәргәнһең бит... Эйе, аңлап торам хәл-әхүәлеңде. Тыныс түгел шул күңел төпкәйҙәрең...

Аҡ күңелле аҡһаҡалдарың, аҡ яулыҡлы ил әсәләрең рухы һыҙланғанға үҙең дә борсолаһың шул… Ҡар төҫөндәге, килендәрҙең аҡ фатаһылай саф шаршауҙарыңды бөркәнеп, ҡышҡы йоҡоға талмайһың! Һәр таңды уяу ҡаршылайһың, һәр төнөңдө хафалы оҙатаһың.
Бөгөнгөңдө, киләсәк яҙмышыңды тапшырыр уландарың илерткес, аң томалар ялтыр ағыулы һыу эсеп, көстәрен юҡҡа сығара… Ил тотҡаһы булыр ҡыҙҙарың елбәҙәк күбәләк хәленә төшә… Бер ҡараш һалыуҙан аңлап торам эс серҙәреңде.
Хәйерле иртә, Торатауым! Әллә ҡып-ҡыҙыл шаршауыңды елберҙәтәһең инде?! Һиҙҙем хәлеңде. Ул-ҡыҙҙарыңдың кемелер аңһыҙ үлемгә юлыҡҡан… Милләтең һанын арттырыр әҙәмдәрең юғары тиҙлектә тәгәрмәс өйрөлтөүҙән гүр эйәһе булған…
Изге тауым, белеп-күреп торам: йөрәккенәң тынысһыҙ тибә икән. Һары шаршау­ҙарың тағатылған. Тажзәхмәттән ҡырыла шул бәндәләрең…
Төшөп йондоҙҙар бейер түбәле Торатауым! Күкһел шаршауҙарыңды яп әле иңдәреңә! Әйҙә, итәгеңә башҡорттарыңды йыйып ал. Тирмәләреңде ҡор. Ҡаҙан-ҡаҙан ит бешерәйек. Бейәләреңде һауып, ҡымыҙ бешәйек. Бәйге уҙғарайыҡ. Бил бирмәҫ батырҙарыңды, талир тәңкәле бейеүсе, йырсы нәҙекәйбилгенәләреңде һанла. Аҡыл бирер аҡһаҡалдарыңа, фатихалар бирер ил инәләреңә хәбәр ит. Бер гөрләшеп, яңы маҡсаттар төйнәп, ихлас хәбәрләшәйек әле. Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер, тигәндәй, бала-сағалар ҙа ситтә ҡалмаһын. Ата-бабаларының, ил-йорт тарихын белеп үҫһен улар.
Ана, юрматы ырыуы түбәңә ҡорға килгән. Тәтегәс бей маңлайына ҡулын ҡуйып, түбәңдән бар тирә-яҡты күҙәтә. Эһеһееей! Башҡорттар! Ишетәһегеҙме?! Ата-бабалырыбыҙ рухы милли асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙҙы үтенә. Әлеге нәҫелдәренең йәшәү рәүеше менән һис тә ҡәнәғәт түгел улар. Тәтегәс бей, Ҡаһым түрә һәйкәл булып ҡалҡ­һалар ҙа, рухтары, фәрештәләр кеүек, көн дә беҙҙе һаҡлай.
Ҡасандыр юрматылар ҡор йыйған түбәгә үҙем дә менеп баҫтым. 100-ҙән артыҡ төр үҫемлектең үҙенсәлекле хуш еҫ бөркөүенән хатта баштарым әйләнеп китте. Мәмер­йәләрең сере әле асылып бөтмәгән. Ҡай­һыһының ауыҙын йыландан һаҡлатып, атаһы Диафетты бикләп ҡуйҙы икән?! Туғарсалған күлеңдең тыңлар тарихтары күп. Кеше аяғы баҫтыртмай борон ниндәйҙер изге йолалар башҡарылыуын өйрәнәһе бар. Сталин хакимлыҡ иткән осорҙа тау итәгендә «ГУЛАГ»тың бер зонаһы булғанлығын, унда рецидивист ҡатындарҙы бикләгәндәрен олатайымдан ишеткәйнем. Һаҡланып ҡалған барактар күңелгә шом һала. Торатау парапланеристарҙың күнекмә урыны булыуы менән дә билдәле. Ҡоштар байҡар бейеклектән уның бар матурлығын күрергә ынтылыусылар йышайғандан-йышая. Эйе, Башҡорт­останыбыҙҙың гүзәллеге сит ил халҡын да йәлеп итә. Шулай ҙа был матурлыҡҡа, хозур ерҙәргә хужалығыбыҙҙы раҫлап торорға кәрәк. Килһендәр, күрһендәр, тик ҡунаҡ булып ҡына. Үгеҙ тиреһендәй генә ер һораһалар ҙа, элекке һымаҡ биреп ебәрмәҫбеҙ инде.
2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» иҫәбендә (Шихан булараҡ) билдәләнгән Торатауымдың даны йылдан-йыл арта ғына бара. 2018 йылда геопарк булып танылыуы ла башҡорт еренең һоҡланғыслығын тағы бер ҡат раҫланы. «Юрматы» этнопаркы асылһа, йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло таяныс булыр ине. Яҡшы­ға өмөт итәбеҙ. Төрлө милләт вәкилдәре­нең мәҙәни асылын һаҡлау маҡсатында 2022 йыл илдә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Башҡорт­останыбыҙ мәҙәниәтен күрһәтеү, тағы ла үҫтереү өҫтөндә ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ.
Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы палезой риф массаларынан 230 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Йөрәктауым, Ҡуштауым менән бергә республикам именлеген уяу һаҡла, мәшһүр Торатауым! Мин — Салауат тигән милли батыры булған халыҡтың ҡыҙымын. Шуға шихандарым яҙмышы ныҡ борсой. Тере тарих булып мәңге торор ер кендектәремдең йәшәйеше — беҙҙең ҡулда.
Тыуған илемә файҙалы кеше булып үҫәсәкмен. Миңә ғүмер биргән атай-әсәйемә, үҙемде граждан итеп үҫтергән республикама мәңге бурыслымын. Башҡа илдәр араһында минең дә күкрәк һуғып ғорурланыр Башҡорт­останым сәскә атһын, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешһен өсөн алған белемемә таянып эш итермен.
Торатауым! Иңдәреңдә гелән аҡ шаршау­ҙар елберҙәһен. Һиндә — тормош башыбыҙ. Ер кендеге рәүешендә ҡабул иткәнбеҙ. Теләһә ниндәй миҙгелдә лә матурһың, яҡын­һың. Һиңә баҡһам, ҡараштарым асыла, табандарым менән баҫһам, йөрәгемә йылың күсә. Аҡлығың менән мәңге арба! Һаҡлығың менән ҡайғырт, аҡ шаршаулы Торатауым!..

Наҙгөл ИБРАҺИМОВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
23-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: