+17 °С
Ясна
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
21 Май 2022, 18:00

Яҙ менән ҡыш һаман талаша

М. МӘҒӘСҮМОВ Ҡар ҡатышлап тышта ямғыр яуа,

Яҙ менән ҡыш һаман талашаЯҙ менән ҡыш һаман талаша
Яҙ менән ҡыш һаман талаша

Яҙ менән ҡыш һаман талаша.
Кисә генә сәскәле яҙ ине,
Бөгөн ана, ҡарлы тамаша...
Яйлап яуған ҡарлы ямғыр һыуы,
Ағып төшә йырын – үҙәктән.
Был тәбиғәт бөтмәҫ мөғжизә тип,
Тәҙрә аша көндө күҙәтәм.
Ҡар ҡатышлап тышта ямғыр яуа,
Тау биттәрен ап - аҡ ҡар япҡан.
Әйтерһең дә май аҙағы еткәс,
Хәл белергә тиеп ҡыш ҡайтҡан...

 

 Фото: sun9-50.userapi.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас