

Ҡарға бөркөткә осоп барғанда ғына ташлана ала. Сөнки ҡыйыу бөркөт осоу мәлендә бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, ваҡытын да әрәм итмәй был меҫкенгә. Һаман осоуын дауам итә, тағы ла юғарыраҡ күтәрелә. Ә бахыр ҡарға ни эшләй, тиһегеҙме? Һыр бирмәҫкә тырыша. Тик юғарыла ул тонсоға башлай, һауа етмәй һәм аҫҡа ҡарай «ялп» итеп ҡала… Бына шулай…