

Һәр милләттең аҡса үҫемлеге хаҡында һынамыштары бар. Һиндтар, мәҫәлән, анар (гранат) ағасы өйгә байлыҡ килтерә, тип иҫәпләй. Яңы өйләнеүселәргә туйҙа бүләк ителә, кәләш менән кейәү никах көнөндә үк уны тупраҡҡа ултыртырға тейеш, ҡунаҡтар үҫенте эргәһенә аҡса һала.
Мысырҙа элек-электән бойҙай муллыҡ символы һаналған. Уны һаҡлап, ҡарап ҡына үҫтергәндәр. Бойҙай күҙ тейеүҙән, боҙомдан да һаҡлаған.
Беҙҙең илдә аҡса ағасы, яран гөлө килем алып килә. Уларҙы тәрбиәләп тороу – психик һәм физик хәл-торошто яҡшыртырға ярҙам итә. Шулай уҡ эске көсөргәнеште һәм арығанлыҡты ла бөтөрә, тиҙәр. Аҡса үҫемлеген ҡарау әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Тик уның ултырған урынын йыш алыштырырға, һыуҙы күп ҡойорға ярамай. Гөлдө матур итеп ҡарап, яратып торғанда ғына аҡсағыҙ ҙа артып китәсәк...
Мәғлүмәт һәм фото: vk.com