+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
29 Май 2022, 09:10

Баҡса эштәре нисек? Помидор ултырттыңмы?

 Әле һауа торошо бер көйө генә тормай әле.  Йә көслө ел, йә һалҡын ҡойма ямғыр, йә синоптиктарҙың борсаҡ вәғәҙәләүе ҡайһы бер үҫентеләрҙе сәсеүҙе йә күсереп ултыртыуҙы тотҡарлай. Мәҫәлән, әлеге мәлдә күптәрегеҙ помидорҙы асыҡ ергә сығарып ултыртырғамы, юҡмы тип икеләнәлер. Ошо йәһәттән һеҙгә баҡсасы кәңәштәре:

Баҡса эштәре нисек? Помидор ултырттыңмы?Баҡса эштәре нисек? Помидор ултырттыңмы?
Баҡса эштәре нисек? Помидор ултырттыңмы?

Помидорҙы балан сәскә атҡан мәлдә баҡсаға күсерәләр. Үҫентеләрҙе ергә сығарып ултыртыр алдынан 2-3 көн алда, аҫтағы 2-3 япрағын киҫеп алырға кәрәк.
Помидорҙар эре hәм көслө булһын өсөн, ултыртаһы соҡорға көл һалырға мөмкин. Улар тиҙерәк үҫһен өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод һалып һибергә, был ашлама тиҙ үҫеүгә һәм помидорҙарҙың эре булыуына булышлыҡ итәсәк. Помидор сәскә атҡанда 10 литр һыуға 5 грамм бор кислотаһы һалып һибергә кәңәш ителә. Был помидорҙың сәскәһе йәшелсәгә тумаланыуын тиҙләтә.
Баҡсасылар әйтеүенсә, ниндәй генә ашлама ҡулланһаң да, иң алда түтәлдәрҙе һыу менән еүешләтеп сығыу мотлаҡ, һуңынан ашламалы һыуҙы ҡойорға була.

 

Мәғлүмәт: vk.com

Фото:ezoterkin.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас