

Был сәйәхәтебеҙҙә үҙебеҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт туплап, тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеп тә өлгөрҙөк. Саф һауала үҙең әҙерләгән ризыҡтың тәмлелеге һуң?! Аш бешерҙек, сәй ҡайнаттыҡ.
Малайҙар балыҡ ҡармаҡлағансы беҙ, ҡыҙҙар, тирә-яҡты таҙартып алдыҡ. Ял иткән урыныбыҙ матурайып киткәндәй тойолдо. Тәбиғәтте һаҡлау, ҡурсалау тураһында һөйләшеү булды. Был тирәлә һирәк үҫкән сәскәләр хаҡында ла белдек. Әйткәндәй, ҡайтҡанда ла үҙебеҙҙән һуң бер ниндәй сүп-сар ҡалдырманыҡ. Беҙҙең һымаҡ башҡалар ҙа шулай һаҡсыл ҡарашта булһын ине.
Синыфыбыҙ уҡыусылары йыл буйына олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғы булғаны өсөн был мауыҡтырғыс экскурсияны бүләк иткән мәктәп директоры Фирғәт Факил улы Ғимрановҡа рәхмәтлебеҙ.
Дарина НИҒӘМӘТОВА,
VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Салауат районы,
Янғантау мәктәбе.