+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Июнь 2022, 13:20

Байтүрә йәйләүендә

Илебеҙҙең бөтә мәктәптәрендә шаулап-гөрләп «Һуңғы ҡыңғырау» тантаналары үтте. Кемдәрҙер өсөн ул һуңғы тапҡыр яңғыраһа, беҙҙең балалар өсөн башланғыс cиныф менән хушлашыу байрамы ине. Был көндө беҙҙең IV «А» синыфы уҡыусылары өсөн ата-әсәләр тарафынан тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт тә ойошторолдо.

Байтүрә йәйләүендә
Байтүрә йәйләүендә

Дүртенселәр уҡытыусылары Гөлфиә Әсхәт ҡыҙы Мәтинова һәм ата-әсәләр менән берлектә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы эргәһендә урынлашҡан Байтүрә йәйләүенә барҙы. Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән саҡта тәбиғәткә сығыу кескәйҙәр өсөн үҙе бер оло шатлыҡ булды. Әйткәндәй, 4 йыл эсендә Гөлфиә Әсхәт ҡыҙы уҡыусылары менән йыш ҡына походҡа йөрөнө, уларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышты. Ғөмүмән, тәүге уҡытыусылары балаларыбыҙҙы уҡырға-яҙырға, Тыуған ерҙе яратырға, кешелекле, инсафлы, тәрбиәле булырға өйрәтте.
Саф һауала беҙ, атай-әсәйҙәр, улдарыбыҙға, ҡыҙҙарыбыҙға фәһемле булған экология темаһына һөйләшеү үткәрҙек. «Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булыу – һәр беребеҙҙең бурысы. Йәйгеһен рәхәтләнеп һыу инеп, еләк-емеш йыйырға яратабыҙ. Шул уҡ ваҡытта күпме кеше үҙенән һуң сүп-сар ҡалдыра? Әйҙәгеҙ, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға өйрәнәйек!» – тип белдерҙе ата-әсәләр исеменән Азат Яҡшыбаев.
Бына шулай дүртенселәр рәхәтләнеп төрлө милли уйындар уйнап, тәбиғәттә ял да итте, үҙҙәренә фәһемле дәрес тә алды.


Луиза БАЗАНОВА.
Сибай ҡалаһы, 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: