+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Июнь 2022, 09:45

Ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ!

Тоҙлокүл буйында булырға яратам. Ул Магнитогорск ҡалаһы янында урынлашҡан. Был күлдә беҙ ғаиләбеҙ менән йыл да июль айында булабыҙ. Юлда саҡта тирә-яҡты күҙәтеп барам. Ана, төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра, ҡояш нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша, ағастар йәм-йәшел... Бер-бер артлы Муллаҡай, Иҙрис, Ҡолсора ауылдары артта ҡала...

Ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ!
Ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ!

Күлгә килеп еткәс, тәрән итеп тын алам да бар тирә-яҡҡа һоҡланып, оҙаҡ ҡына ҡарап торам. Эргәлә генә ҡыр өйрәге бәпкәләрен эйәртеп йөҙөп йөрөй. Улар инәләренән бер тотам да ҡалмай. Яр буйҙары ял итеүселәр менән тулған. Алыҫта матур көй ишетелә, бала-сағаның көлөшкән тауыштары ла яңғырап тора. Сыр-сыу килеп, күл ситендә һыу һибешеп уйнай улар. Тынысыраҡ ерҙә ир-егеттәр балыҡ тота.
Бына беҙ ҙә урынлашып алғас, кем уҙарҙан һыуға сумабыҙ. Оҙон юлдан арыған тәнгә шул хәтлем рәхәт! Хатта күлдең һыуын да тәмләп өлгөрҙөм. Ысынлап та, тоҙло икән! Һыуҙа йөҙөп туйғас, тамаҡ ялғап алабыҙ. Ҡырҙа сәй бигерәк тәмле була шул!
Кискеһен ҡайтырға ваҡыт етә. Тоҙлокүл менән хушлашырға кәрәк. Бер ҙә ҡайтҡы килмәй әле ул. Бер аҙ моңһоу булып китә. Шулай ҙа ял иткән еребеҙгә рәхмәт әйтеп, булған сүп-сарыбыҙҙы, хатта беҙгә тиклемгеләр ҡалдырғанын да һалып алабыҙ. Бына шулай ҡайтырға юлланабыҙ.
Кешеләргә бер теләгем бар: әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, рәхмәтле булайыҡ!


Миңләхәт АБДУЛЛИН, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Байым мәктәбе.

Фото: wikimedia.org

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: