+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
28 Июнь 2022, 14:15

"Хәтер баҡсаһы"нда - 580 мең ағас

Башҡортостанда ойошторолған "Хәтер баҡсаһы" акцияһына республиканың төрлө райондарынан 350 мең кеше ҡушылған. Һөҙөмтәлә, парктарҙа, скверҙарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа 580 мең төп ағас ултыртылған.  

"Хәтер баҡсаһы"нда - 580 мең ағас
"Хәтер баҡсаһы"нда - 580 мең ағас

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, был акция урман хужалығы эшселәрен, ветерандарын, төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәрен, ирекмәндәрҙе, студенттарҙы, мәктәп уҡыусыларын берләштергән, бергә туплаған.

Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған яугир ҡаһармандар хөрмәтенә ойошторолған сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Мәғлүмәт технологиялары ярҙамында ултыртылған һәр бер ағас хаҡында белешмә яҙып, "Хәтер баҡсаһы" дөйөм электрон картаһына теркәй барҙылар.

Фото: school.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: